Ярат ауыл биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын (ТКО) йыйыуҙы һәм утилләштереүҙе ойоштороу тураһында.

935 0

Белеүегеҙсә 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын (ТКО) йыйыуҙы « ЭКО-сити» ЯСЙ  ойоштора. Лицензияны 10 йылға алған.

I-се кварталда ул түбәндәге график буйынса эшләйәсәк.

28  ғинуар  дүшәмбе

25  февраль  дүшәмбе

25  март  дүшәмбе

10- се номерлы маршрутҡа түбәндәге ауылдар инә:

— Йәрмөхәмәт 8.30 сәғәт

— Ярат

— Ғүмәр

— Ғәҙелбай

— Шүлкә

-1 Этҡол

— Буранбай

— Сыңғыҙ

— Түбәнге Таулыҡай

— Үрге Таулыҡай.

Баймаҡ РСУ-һының 22 кубометрлы MAN мусоровозы иртәнге сәғәт 8 сәғәт 30 минутта Йәрмөхәмәт ауылынан  башлап ҡалған ауылдарҙың ҡыйын тейәп Баймаҡҡа алып барасаҡ. Ҡыйҙы прессовать итеп тейәй. ГЛОНАСС аша уның хәрәкәте тикшереп тороласаҡ. БРСУ  етәрлек күләмдә техника һатып алды 32м « ЭКО-сити» ЯСЙ-һына договор менән  ялланып эшләй. Һәр бер ауылда контейнер майҙансығы булдырыласаҡ: Яратта өс, Ғүмәрҙә ике, Йәрмөхәмәттә ике урында.

    Яратта:

 А.Игибаев урамы , 1 (садик эргәһендә)

 Сакмар урамы, 28

 Х.Ахметов урамы, 36 (МТМ ҡаршыһында юл аша).

     Ғүмәрҙә:

  М.Гареева урамы, 3  йорто артында

  М.Муртазина урамы, 17 йорто артында;

     Йәрмөхәмәттә:

  Молодежная урамы, 8 йорто  эргәһендә

  Магаш урамы, 20 (клуб) ҡаршыһында урынлашасаҡ.

Көндәр йылынғас уны кәртәләп алыу, башын ябыу,  ишек ҡуйыу, контейнерҙар ултыртыу планлаштырыла. Аҡса бүленәсәк.

28 ғинуар  көнө түбәндәге списоктағы ҡыйҙы тоҡҡа һалып йыйыу урынына алып килер кәрәк.

— Быяла ярсыҡтары, шешә.

— Пластмасса, полиэтилен.

— Синтетик шешәләр, капрон.

— Ҡағыҙ, ҡатырға.

— Тимер ҡалдыҡтары.

 

Батарейка, терегөмөш лампалары конторҙа йыйыла, уларҙы контейнерға ташлау ҡәтғи тыйыла.

Ошо положениене боҙған осраҡта түбәндәге күләмдә штрафтар ҡаралған:

  1.  Шәхси кешегә — 5 000 һум.
  2. КФХ, ИП – 50 000 һумға тиклем.
  3.  Юридик берәмектәргә мәктәп, ФАП, клуб, библиотека һ.б. —  1000000 һумға тиклем.

Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн квитанциялар февраль айының электроэнергияға килгән квитанция ҡағыҙы менән килә һәм  айырым строкала күрһәтеләсәк.

Башҡортостан башлығының Указы менән ауылдарҙан ҡыйҙы айына бер мәртәбә  сығарыу өсөн тариф пропискала торған бер кешегә  35 һум күләмендә билдәләнгән.  Өйҙә пропискала кеше булмаһа өй хужаһына квитанция килә.Түләнмәһә пеня тотоласаҡ. Бирәсәк күбәйһә суд аша юллап алынасаҡ.

Бындай үҙгәреш  йәки реформа күптән кәрәк ине. Сөнки беҙ, ябай итеп әйткәндә, ҡыйға күмелеп барабыҙ. Берҙән ошо тапшырылған ҡыйҙарҙан кире халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерелеп сыҡһа, икенсенән тирә – яҡ мөхитте таҙа тотоуҙа булышлыҡ итәсәк.

 

 

Об авторе